Малайзия студенты британия үҫмерҙәренең яңы ҡорбаны булған. Көпә- көндөҙ магазинға китеп барған малайзия студенты Әшрәф Азик Росли үҫмерҙәр бандаһына юлығып туҡмала һәм талана. Был ваҡиға фаш ителә. Теләктәштәре асҡан веб- сайт аша уға финанс һәм мораль ярҙам күрһәтергә мөмкин.
Ваҡиға властың юғары эшелондарына барып еткән; Малайзияның премьер- министры Әшрәфтең һәм Бөйөк Британияла уҡыған 13 меңдән ашыу студенттың яҙмышы өсөн борсола, ә Британияның хөкүмәт башлығы Дэвид Кэмерон был хәлде ҡырҡа ғәйепләне: “Яраланған егеттән көлөп, уға ярҙам иткән булып, ә ысынында уны талаған үҫмерҙәрҙе күреп, шуны аңлайһың: беҙҙең йәмғиәттә нимәлер серегән.”
Һөжүмдең һәүәҫкәр видеояҙмаһы интернетҡа эләгә. Үҫмерҙәр Әшрәфте велосипедтан төртөп төшөрә һәм уның битен ҡанға батыра; берәүһе егеткә ярҙам итеп ҡыланғанда, башҡалары уның рюкзагын бутап, янсығын һәм телефонын ала.
Полиция интернеттағы кадрҙар аша енйәтселәрҙе табырҙарына ышана.
Комментариев нет:
Отправить комментарий