пятница, 12 августа 2011 г.

Пакистан: Пешаварҙа икеләтә теракт.


Пакистанда икеләтә теракт. Пешавар ҡалаһында тәүге шартлатҡыс полиция автомобиленә ҡуйылған була. Хоҡуҡ һағында торған 4 кеше машина эсендә һәм шартлау урыныа осраҡлы ғына барып юлыҡҡан 12 йәшлек уҡыусы малай машина янында һәләк була. Тиҫтәнән ашыу полицейский тән йәрәхәттәре ала. Шартлатҡыс ҡоролма юл ситендә ҡалдырылған ҡул арбаһында йәшерелгән була.

Һуңғараҡ, шул уҡ Пешаварҙа, тәүге теракт эшләнгән урынға яҡын булған полиция участкаһы эргәһендә шартлатҡыс ҡоролманы пәрәнжә бөркәнгән ҡатын шартлата. Ул үҙе һәм осраҡлы тағы бер ҡатын һәләк була, бер полицейский яралана.

Пакистанда 2007 йылдан бирле 4 мең ярым кеше талиптар йәки төрлө группалар ҡулынан һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий