среда, 17 августа 2011 г.
Саркози һәм Меркелдән “алтын ҡағиҙәләр.”
Еврозонаның иң эре экономикаһы лидерҙары- Франция президенты Николя Саркози һәм Германия канцлеры Ангела Меркель- евро зонаһындағы бурыс кризисына ҡаршы берҙәм фронт булып сығыш яһанылар.
Франко- немец программаһының бер сараһы- берҙәм финанс хөкүмәте төҙөүҙә. Был хаҡта Париждағы осрашыуҙан һуң Николя Саркози белдерҙе.
“Экономик хөкүмәт дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарынан торасаҡ. Улар йылына ике тапҡыр, ә кәрәк булһа йышыраҡ та осрашып торасаҡ. Һәм улар 2,5 йылға президент һайлаясаҡ. Был урынға беҙ канцлер менән Европа советы председателе Херман Ван Ромпей кандидатураһын тәҡдим итәбеҙ.”
Пресс- конференцияның икенсе мөһим темаһы булып еврооблигациялар торҙо. Ангела Меркель шулай тине:
“Мин йыш ҡына шуны күрәм: кризистан сығыу юлында бер проблеманы хәл итеү өсөн кешеләр бер универсаль сара эҙләп тапмаҡсы. Һуңғы ваҡыт шундай сара рәүешендә еврооблигациялар сығарыуҙы күҙ уңында тоталар. Әммә мин шуға ышанам: кризисты беҙ экономиканы аяҡтан йыҡмайынса ла еңеп сығасаҡбыҙ.”
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Германия еврооблигациялар сығарыуға ҡәтғи ҡаршы, сөнки ул күршеләренең бурыстарын түләргә теләмәй.
Подписаться на:
Комментарии к сообщению (Atom)
Комментариев нет:
Отправить комментарий