среда, 17 августа 2011 г.

Каддафи. Язаларға ярамай аҡларға.

“Триполиҙың миллионлаған халҡы революция менән көрәшер тип уйламайым. Ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, һаҡсылар, кеше үлтереүселәр, Каддафиҙың енәйәттәштәре ҡайҙа барһын- һуғышасаҡ, әлбиттә,-”ти полковник Әхмәт Ғүмәр Бәни.

Ливия баш ҡалаһында төшөрөлгән кадрҙар шуны күрһәтеп тора: ул еңел генә баш һалмаясаҡ. Хәлдәр бында көсөргәнешле генә. Триполиҙа баш күтәреүселәрҙең һөжүмен кире ҡағырға йыйыналар. Каддафиға тоғро булғандар һуңғы сиккәсә алышмаҡсы.

Ливияны ташлап китергә йыйынмаған Каддафи менән нимә буласаҡ? Уға берәй сүллектә йәшәргә мөмкинлек бирерҙәр ине, әлбиттә. Тик илдәге этник һәм политик ҡаршылыҡтарҙы иҫәпкә алғанда, был мөмкин булмаҫ һымаҡ.

Ул саҡта ҡулға алыу һәм судмы? 27 июндә Халыҡ- ара енәйәт суды тарафынан кешелеккә ҡарата енәйәттәрҙә ғәйепләнгән Ливия лидерын ҡулға алыуға ордер бирелгәйне инде. Әммә Африка берләшмәһе уны таныуҙан баш тартты.

Каддафиҙы илдән китергә мәжбүр итәсәктәр тигән вариантты ла инҡар итергә ярамай.

Ундай ҡасаҡты ҡабул итергә мөмкин булған илдәр иҫәбенә Эритреяны, Уганданы, Көньяҡ Африка республикаһын, Сенегалды һәм Венесуэлла менән Кубаны индерәләр. Изоляцияла ҡалыуына ҡарамаҫтан, Йәмәхириә етәксеһенең бөтә донъя буйынса арҡалаусылары бар әле.

Каддафиҙы юҡ итеү һымаҡ проблеманы хәл итеүҙең ябай һәм радикаль юлына килгәндә- политик үлтерештәр моданан сыҡты. Юғиһә күптәр өсөн ул яфа күргән герой дәрәжәһенә күтәреләсәк, ә был уның дошмандары өсөн ҡулай түгел.



Комментариев нет:

Отправить комментарий