среда, 17 августа 2011 г.

Салих: үлемдән ҡотолғандан һуң тәүге сығыш.


Йәмән президенты Али Абдалла Салих Сәғүд Ғәрәбстанынан оҙаҡламай тыуған иленә ҡайтасағын белдерҙе. Был илдә Салих йәй башындағы һөжүмдән саҡ иҫән ҡалғандан һуң дауаланыу курсы үтә.

ИТАР-ТАСС- тың хәбәр итеүенсә, Эр- Риядтан телевидение аша мөрәжәғәтен, ул үҙенең яҡлы булған йәмән ҡәбиләләренә ебәргән. Улар Йәмәндең баш ҡалаһы Санаға дөйөм милли конференцияға йыйылған.

Али Абдалла Салих оппозицияны ҡаты тәнҡитләне һәм властың “яйлап, тыныс шарттарҙа алмашыныуын тәьмин итергә” саҡырҙы. Йәмән президентының фекеренсә, илдәге кризис, ил башлығын бәреп төшөрөп, власҡа үрләргә маташҡан политик көстәр арҡаһында килеп тыуған. Ул оппозицияны власть мәсьәләһен һайлау участкаларында хәл итергә саҡырҙы.

Йәмәндә халыҡ араһында сыуалыштар ғинуарҙан бирле туҡтамай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий