среда, 17 августа 2011 г.

Сомали: аслыҡ һәм ваба (холера) балалары.


Сомали балалары хәҙер аслыҡтан ғына түгел, ваба ауырыуынан да үләләр. Могадишоның ҙур дауаханаһына 4000 кеше эсәк инфекцияһының төп билдәһе- эс китеүгә зарланып мөрәжәғәт иткән. Врачтарҙың мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалала ғына 180 самаһы кеше вафат булған.

“Көн һайын беҙ бик күп ауырыуҙарҙы- 50- 80 кешене ҡабул итәбеҙ,-”тип һөйләй баш ҡала дауахана докторы.

Күбеһенсә 5 йәштән бәләкәйерәк йонсоған балалар ауырый. Медицина хеҙмәткәрҙәре саң ҡаға: лагерҙағы бысраҡ һыу һәм санитария торошоноң насарлығы- инфекцияның етеҙ рәүештә таралыуы өсөн идеаль шарт.

Эфиопиялағы икенсе лагерҙа ла балаларҙың үлем осрағы теркәлгән, улар ҡыҙылсанан һәләк булған, тип иҫәпләйҙәр. Вакцинация яһала, ләкин теләк белдереүселәрҙең иҫәбе врачтарҙың мөмкинлектәренән йөҙҙәрсә тапҡыр күберәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий