среда, 17 августа 2011 г.

Бангладешта яңы йөҙөүсе дауахана барлыҡҡа килде.

Гринпис флоты ветерандарының береһе-«Воин радуги-II» Бангладештың дәүләттеке булмаған “Дуҫлыҡ”ойошмаһына тапшырылды. Карапты тантаналы шарттарҙа тапшырыу шишәмбе көн Сингапурҙа булды. Бынан һуң ул “Йәйғор”тип аталасаҡ һәм элеккесә мөһим миссия үтәйәсәк: унда дауахана урынлашасаҡ.

“Караптың алғы өлөшө,-тип һөйләй “Дуҫлыҡ”ойошмаһы директоры Руна Хан,- бер аҙ үҙгәртеләсәк, бында операция бүлмәһе урынлашасаҡ. Стоматология, офтальмология һәм башҡа кабинеттар эшләйәсәк.”

Йөҙөүсе “Йәйғор”дауаханаһы донъялағы ярлы, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте барып етмәгән халыҡтарға медицина ярҙамы күрһәтәсәк, тип планлаштырыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий