среда, 17 августа 2011 г.

Иран Рәсәйгә табан бер аҙым яһаны.


Иран Рәсәй менән Тегеран ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәр башларға әҙер. Рәсәйҙең Именлек Советы секретары Николай Патрушевтың визитынан һуң Иран президенты Мәхмүт Әхмәҙинежад ошондай ҡарарға килде.

Алты ил- БМО Именлек берекмәһенең даими ағзалары һәм Германия менән Ирандың һуңғы һөйләшеүҙәре ғинуарҙа Стамбулда булғайны.

Бер ай элек Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министры Сергей Лавров тәҡдим иткән Мәскәү планы аҙымлап яҡынайыуҙы һәм үҙ- ара компромисҡа барыуҙы, шулай уҡ санкцияларҙы кәметеүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй МИД-ы фекеренсә, шул рәүешле халыҡ- ара берләшмәләрҙең ҙур икеләнеүҙәр тыуҙырған Иран ядро программаһына ышаныс тыуҙырырға мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий