четверг, 18 августа 2011 г.

Ющенко Тимошенконы “аҫтыртынлыҡта” ғәйепләне.

Виктор Ющенко Юлия Тимошенконы 2009 йылдағы Рәсәй менән “газ килешеүе”шарттарын йәшереүҙә ғәйепләне. Был хаҡта ул элекке премьерҙың “газ эше” буйынса барған Печера суды алдында белдерҙе.

Уның һүҙҙәре буйынса, ул Тимошенконан бер нисә тапҡыр газ хаҡы тураһында һораған, ә яуап итеп “хаҡ яҡшы буласаҡ” тигәнде генә ишеткән.

Тимошенко яҡлылар, Ющенконы хыянатсылыҡта ғәйепләп, автомобиленә йомортҡалар бәрҙе. Улар бер тауыштан: “Хурлыҡ!”, “Һатлыҡ йән Ющенко!”тип ҡысҡырҙы. Элекке президент иһә судтың политикаға төшөп китеүенә үкенде:

“Бөгөн булған бөтә ваҡиғалар үкенес тойғоһо уята, дөрөҫлөктө табыуҙы ауырлаштыра, суд барышын политикаға алып китә һәм Украиналағы политик хәлдәрҙе ныҡ ҡаҡшата.”

Элекке премьер Юлия Тимошенконы бюджет аҡсаларын урынһыҙ ҡулланыуҙа һәм Рәсәй менән 2009 йылда төҙөлгән газ контракты һөҙөмтәһендә дәүләткә зыян килтереүҙә ғәйепләйҙәр. Тимошенко 5 августа судты хөрмәт итмәгәне өсөн ҡулға алынды; был ҡулға алыуҙы Украинала ла, сит илдәрҙә лә хупламанылар.

Элекке президент Виктор Ющенко судҡа шаһит рәүешендә саҡыртылды. Был процесс “Ҡыҙғылт- һары революция”көрәштәштәре араһында бер нисә йыл элек башланған ҡаршылыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий