четверг, 18 августа 2011 г.

Михаил Горбачев Рәсәйҙең үҫеше менән ҡәнәғәт түгел.

“Артҡа сигеү”тип иҫәпләй Рәсәйҙең үҫешен СССР- ҙың тәүге һәм һуңғы президенты Михаил Горбачев.

“Етәкселектең юғары сылбыры яңырырға тейеш. Был оҡшамай, әлбиттә, риза түгелдәр. Әммә, тыңлағыҙ әле, уның нимәһе бар? Үҙгәртеп ҡороуҙар заманында уҡ беҙ ике генә президент срогы индерҙек тә инде”.

ГКЧП-ның 20 йыллығына арналған пресс- конференцияла демографик хәлдәр, халыҡтың ярлылығы, медицина һәм мәғарифтың, айырыуса политик процестарҙың торошо ҡәнәғәтләндермәй, тип хәбәр итте ул.

Рәсәй власы вәкилдәрен тура ғына тәнҡитләүҙән тыйылып, Горбачев ҡайһы бер осраҡта ҡаты политик саралар кәрәклеген таныны, әммә уның тоталитар режимға табан үҫеү ҡурҡынысы хаҡында иҫкәртте.

20 йыл элек Советтар Союзы президенты политикала актив ҡатнашыуҙан ситләштерелгәйне: тәүҙә Форостағы дачаны ҡамаған путчистар тарафынан, аҙаҡ инициативаны үҙ ҡулына алған Борис Ельцин етәкселегендәге демократик көстәр тарафынан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий