Шаршамбы көн бөтә Һиндостан буйлап ҡаршылыҡ акциялары үтте. Демонстранттар ошо рәүешле илдең коррупцияға ҡаршы билдәле көрәшсеһе Анна Хазаре менән теләктәшлеген белдерҙе. Коррупцияға ҡаршы яңы закон проекты ( Хазаре уны “тешһеҙ” тип атаны) менән килешмәгәнлеген белдереп, аслыҡ иғлан итергә торғанда уны шишәмбе көн ҡулға алалар.
Хазаре һәм уның яҡлылар Нью- Дели парктарының береһендә аслыҡ башларға уйлайҙар, әммә был акцияны үткәреү тыйылған була. Ҡулға алынған Хазарены иреккә сығарырға теләһәләр ҙә, ул төрмәлә ҡала һәм аслыҡ иғлан итә.
Һиндостандың премьер- министры Манмохан Сингх Хазареның эшмәкәрлеген тәнҡитләне. Уныңса, парламентта үҙ проектын үткәреү өсөн Хазаре дөрөҫ юл һайламаған. Сингх был закон проектын парламент демократияһын ауыр эҙемтәләргә килтерергә мөмкин булған “хәүефле” проект, тип атаны. Шул уҡ ваҡытта Манмохан Сингх Анна Хазареның “юғары идеалдар”менән эш итеүен инҡар итмәне. Нисек кенә булмаһын, тиҫтәләгән мең кеше йәмәғәт эшмәкәренә теләктәшлек йөҙөнән Һиндостан ҡалаларының урамдарына сыҡты. Оппозициялағы Бхаратия джаната парти ҙа Хазареҙы яҡлап сыҡты.
Полиция ҡыҫҡа ваҡытҡа Хазаре яҡлы меңләгән кешене ҡулға алды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий