четверг, 18 августа 2011 г.
Француз эшҡыуары йәш хоҡуҡ боҙоусылар өсөн штраф түләгән.
Француз эшҡыуары Бельгияла рөхсәт ителмәгән пәрәнжәне ябынған ҡыҙҙар өсөн штраф түләгән. Рәшит Некказ 16 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙарға 50 евролыҡ чектар биргән һәм шулай уҡ законды боҙоусы мосолман ҡатын- ҡыҙҙарға ярҙам итеү өсөн миллион евро суммаһында фонд булдырған.
Мосолман ҡатын- ҡыҙҙарына баштан- аяҡ ябып торған кейем кейеүҙе тыйыусы закон Бельгияла июль аҙағында үҙ көсөнә инде. Өс ай алдараҡ Франция ла шундай закон ҡабул ителгәйне.
Урындағы мосолман ҡатын- ҡыҙҙары быға ҡырҡа ҡаршы сыҡты, сөнки ул граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен, тәү сиратта дин тотоу иреклеген сикләй, тип иҫәпләй улар.
“Мин быны үҙ иркем менән һайланым. Дүрт ай буйы бер үҙем пәрәнжә кейеп йөрөнөм. Мин кейәүҙә түгел, ата- әсәйем менән йәшәйем һәм улар мине пәрәнжә кейергә мәжбүр итмәй,-”ти ҡулға алынған ҡыҙҙарҙың береһе. Брюссель ситендә йәшәгән был ҡыҙ еңел ҡотолған әле, сөнки пәрәнжә кейеп йөрөгән өсөн штраф Бельгияла 137 евроға барып етә. Максималь яза- 7 көнгә төрмәгә ултыртыу.
“Ҡатындарын пәрәнжә кейергә мәжбүр иткән һәм тотҡон һымаҡ өйҙә бикләп тотҡан ирҙәргә ҡаты яза биреүҙе мин хуплайым. Иркен рәүештә үҙҙәренең яртыһына өйҙән сығып йөрөргә мөмкинлек биргән ирҙәргә теләктәшлек белдерәм. Иркенләп йөрөү мөмкинлеге, шәхси ирек һәм милек- демократияның нигеҙе,-”тип аңлата ҡылығын Рәшит Некказ.
Сан-Жос-тен-Ноде- баш ҡала ситендәге иң ярлы район. Урындағы мэр демократия идеалдары өсөн сарыф ителгән йомартлыҡты һалҡын ҡабул итте:
”Әгәр уның аҡсаһы бик күп икән, мин уны мөһимерәк нәмәләргә сарыф итергә тәҡдим итер инем- беҙҙең коммунала 154 милләт халҡы йәшәй һәм улар барыһы ла мохтажлыҡ кисерә.”
Ижтимағи ойошмаларҙың билдәләүе буйынса, Бельгияла пәрәнжә ябынып йөрөргә ярамай тигән закон үҙен мосолман тип һанаған 300 ҡатын- ҡыҙға ғына ҡағыла.
Подписаться на:
Комментарии к сообщению (Atom)
Комментариев нет:
Отправить комментарий