пятница, 19 августа 2011 г.

Ҡытай Америка экономикаһына ышана.


Ҡытай һәм АҠШ донъя экономикаһын тотороҡландырыу саралары өсөн яуаплылыҡты бүлешергә әҙер. Был хаҡта белдереү Пекиндағы АҠШ- тың вице- премьеры Джозеф Байден һәм уның ҡытай коллегаһы Си Цзинпин араһындағы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса булды. Америка политигының ҡытай коммунистарына әйтеүенсә, улар менән мөнәсәбәттәрҙе ул мөһим һәм бөтә донъялағы экономиканы тотороҡландырыуға һәләтле, тип иҫәпләй.

Үҙ сиратында Си Цзинпин ҡунаҡҡа шуны вәғәҙә итте: иң күп америка дәүләт облигацияларына эйә булған Пекин, Standard & Poor’s агенствоһы АҠШ- тың рейтингын түбән төшөрһә лә, ул ҡағыҙҙарҙан ҡотолорға тырышмаясаҡ.

Һөйләшеүҙәрҙең официаль өлөшөнән һуң ике вице- президент традицион ҡытай ашамлыҡтарынан ауыҙ итер өсөн Пекиндың иҫке ҡалаһына киттеләр. Тәғәмханала халыҡ күп ине, күп һанлы оҙатып йөрөүселәре һәм һаҡсылары менән килгән Джозеф Байден тыныслыҡтарын боҙған өсөн публиканан ғәфү үтенде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий