Мысырҙың элекке президенты Хөсни Мөбәрәккә ҡаршы булғандар һәм уның яҡлылар араһындағы сыуалышта бер нисә тиҫтә кеше тән йәрәхәттәре алды. Ҡара- ҡаршы алышыусыларҙы полиция ҡуйған металл кәртәләр ҙә туҡтата алманы.
Мөбәрәк яҡлының фекере: “Беҙҙең һуғыш һәм тыныс ваҡыттағы башлығыбыҙ президент Мөбәрәктең ошо хәлгә ҡалыуы миңә, Мысыр гражданы булараҡ, йәл. Был- һәр мысырлыны мыҫҡыл итеү тигән һүҙ..”
Шул уҡ ваҡытта һорау үткәрелгән халыҡтың 61 проценты Мөбәрәк махсус рәүештә, халыҡта үҙ яҙмышына ҡарата ҡыҙғаныу тыуҙырыу өсөн ауырыу булып ҡылана тигән фекер йәшәй. Процесс махсус рәүештә һуҙыла, тип иҫәпләгәндәр ҙә бар. “Революция ваҡытында беҙҙе ҡулға алған саҡта суд мәсьәләне 24 сәғәт эсендә хәл итә ине. Ниңә уға һаман хөкөм сығарылмай? Ниңә ярты йыл буйы һуҙалар? Ул әле булһа президент- бына шуға. ”
Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе Мөбәрәкте башҡаларға ғибрәт булһын өсөн язаларға кәрәклеге хаҡында әйтә. Шулай уҡ режим тулыһынса үҙгәрергә тейеш, тиҙәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий