Копенгагенда юридик адресы Данияла булған курдтарҙың Roj TV спутник телеканалына ҡаршы суд эше башланды.
Прокуратура телеканалдың лицензияһын тартып алыуҙы талап итә. Ғәйепләүсе яҡтың фекере буйынса, Roj TV, Төркиәлә тыйылған Курд эшселәр партияһы рупоры рәүешендә сығыш яһап, Копенгаген һәм Анкара араһында көсөргәнешлелек тыуҙыра. Был партия Евроберләшмәһендә террористик группалар иҫәбенә индерелгән.
Яҡлаусы яҡ түбәндәге дәлилдәр килтерә:
“Төркиәлә, Иранда, Иракта, Сүриәлә һәм башҡа урындарҙағы 28 миллион курд ҡараған телеканалды ябыу сиктән тыш нәмә. Курдтарҙың, иҙелгән халыҡтың фекерен белдергән каналды ябырға ярамай. Улар Курд эшселәр партияһына эшләйҙәр тигән дәлилдәр юҡ.”
Шул уҡ ваҡытта Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Тайып Эрдоган идара итеүсе партияның юбилейы айҡанлы ойошторолған сарала Курд эшселәр партияһын һәм курдтарҙың легаль булған Тыныслыҡ һәм Демократия партияһын ҡаты тәнҡитләп сығыш яһаны.
“Үҙҙәрен сепаратив курд ойошмаһынан айырып ҡарамаған был кешеләр шулай уҡ енәйәтселәр. Әгәр улар демократия, закон тураһында һөйләшергә теләйҙәр икән, мин уның адресын әйтәм: ул- парламент.” Төркиәнең премьер- министры Курд эшселәр партияһы һуғышсылары төрөк һалдаттарын хатта Рамаҙан айында ла үлтерәләр, тип белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий