четверг, 25 августа 2011 г.

Анна Хазаре хөкүмәтте аслыҡ менән алдыра.

Нью- Делиҙа, Һиндостан баш ҡалаһындағы төп майҙандарҙың береһендә, билдәле активист һәм коррупцияға ҡаршы көрәшсе Анна Хазаре аслыҡты унынсы көн дауам итә. Ул властарҙан киләһе дүрт көн эсендә коррупцияға ҡаршы ҡатыраҡ законды ҡабул итеүҙе талап итә.

Анна Хазареның саҡырыуына ҡушылып, меңәрләгән кеше ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Хазаре барыһына ла рәхмәт әйтте һәм “илгә янаусы коррупцияны ҡороторға”кәрәклеген аңлатты.

Һуңғы йылдарҙа әүҙемләшеп киткән коррупцияға ҡаршы акциялар Һиндостан хөкүмәте өсөн көтөлмәгәнерәк булды. Хазаре хатта ҡулға алынды, әммә бының йәмғиткә тәьҫире шул ҡәҙәр көслө булды, властар уны кисекмәҫтән иреккә сығарҙы.

Ошо көндәрҙә идара итеүсе партия асығыусылар менән һөйләшеүҙәр башларға һәм уларҙың талаптарын ҡарарға әҙер булыуҙарын белдерҙеләр.

Бер нисә тапҡыр аслыҡ иғлан иткән 73 йәшлек активистың һаулығы табиптарҙа борсолоу тыуҙыра. Ул бик хәлһеҙләнгән һәм 5 килограмдан ашыу ауырлығын юғалтҡан.


.
.

Комментариев нет:

Отправить комментарий