четверг, 25 августа 2011 г.

“Айрин“ ҡойоно көсәйә бара.


Атлантик океанда барлыҡҡа килгән көслө “Айрин”ҡойоно Багам утрауҙарының көньяғына яҡынлаша һәм шәмбелә АҠШ-тың көнсығыш ярҙарында көтөлә. Архипелагта унан яҡшылыҡ көтмәйҙәр. Диңгеҙ буйында йәшәүсе халыҡ йорттарында ҡалырға теләмәүен белдерҙе.

Метеорологтар 30 сантиметрҙан ашыу яуым- төшөм һәм 3 метрлыҡ тулҡындар булыр, тип фаразлайҙар.

Ҡойондарҙы прогнозлау милли үҙәгенең баһалауынса, Багам утрауҙарынан һуң “Айрин” Төньяҡ Каролинаға юлланасаҡ һәм, төньяҡҡа хәрәкәт итеп, Нью- Йорк штатындағы Лонг- Айлендҡа барып етәсәк.

Америка ҡотҡарыусылары көнсығыш яҡта диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙе күсерә башланылар.

Бынан алда ҡойон Куба, Пуэрто- Рико һәм Гаити аша үтте. Доминикан республикаһында 4 кеше уның ҡорбаны булды.

Үткән төндә елдең тиҙлеге сәғәтенә 180 километр тәшкил итте һәм ҡойонға Саффир- Симпсон шкалаһы буйынса өсөнсө хәүефлелек категорияһы бирелде.



.
.

Комментариев нет:

Отправить комментарий