пятница, 26 августа 2011 г.

Ҡытайҙа балалар менән һатыу итеүселәр ҡулға алынған.

Ҡытайҙың хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары балалар менән һатыу итеүселәрҙең эҙенә төшкән- илдең бер нисә районында барған операциялар барышында 400 самаһы кеше ҡулға алынған, күбеһе- вьетнамлылар.

Операция һөҙөмтәһендә 89 бала ҡотҡарылған. Уларҙың иң бәләкәсенә- 10 ғына көн, иң олоһона- 4 йәш. Хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың ҡайһы берҙәре урланған, ә күпселеген үҙ ата- әсәләре һатҡан.

”Енәйәтселәр профессиональ эш иткән. Мәҫәлән, ил сигендәге йылғаны аша сыҡҡанда бәйләнеш өсөн улар телефондар урынына фонарь йәки сыраҡ ҡулланғандар. Шулар ярҙамында ҡулдарында бала булыуын хәбәр иткәндәр. Йыш ҡына вьетнамлылар ҡытай территорияһына инеп тә тормаған,-”тип билдәләй ҠХР- ҙың енәйәт эштәрен тикшереү бюроһы вәкиле.

Ҡаты яза бирелеүгә ҡарамаҫтан, кешеләр менән һатыу итеү Ҡытайҙа сәскә ата. Аналитиктарҙың фекеренсә, бөтәһенә лә “бер ғаилә- бер бала” политикаһы ғәйепле. Традицион йәшәү тәртибе булған ғаиләләр улдары булыуын теләй, ә уны ҡыҙҙары тыуыуынан ҡурҡа- ҡурҡа тапҡансы һатып алыу уңайлыраҡ икән. Балалары берәүҙән күберәк булғандар иһә, киреһенсә, артыҡтарын һатырға әҙер.

Комментариев нет:

Отправить комментарий