пятница, 26 августа 2011 г.

Каддафиҙың ер аҫты ҡәлғәһе.

“Баб әл- Әзизиә баҡсаһында,- тип хәбәр итә Евроньюстың үҙ хәбәрсеһе Мостафа Баг,- ер аҫты туннелдәренә инеү юлын таптыҡ. Ҡасҡан саҡта Каддафиҙың уларҙы файҙаланыуы бик мөмкин. Тәүге коридор икегә айырыла. Уларҙың береһе Буслим ҡалаһына алып сыға, икенсеһе- аэропортҡа. Әйтергә кәрәк, Каддафиҙың тап ошо юлды һайлауына дәлилдәр юҡ.”

Каддафиҙың резиденцияһы аҫтында туннелдәр һәм төлөктәр бар.

1995 йылда полковникка операция яһаған Бразилия врачы ер аҫтындағы резиденция медицина үҙәктәре, ҡабул итеү бүлмәләре һәм айырым спорткомплексы булған тотош ҡаланы хәтерләтеүе, бер туннелдең өс километрға ҡәҙәр һуҙылыуы хаҡында һөйләгән. Туннелдәрҙең дөйөм оҙонлоғо 30 километрҙан да үтеп китә. Ҡайһы берҙәре, Триполиҙы үтеп, диңгеҙгә сыға. Алынған мәғлүмәттәр буйынса, “Ҡулдан яһалған бөйөк йылға”исемен алған, хаҡы 20 миллиард фунт стерлинг торған был проект Каддафи фарманы буйынса 1980 йылдарҙа төҙөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий