пятница, 26 августа 2011 г.

Мексика казиноһына ҡораллы һөжүм; ҡорбандар- 50-нән ашыу.


Мексиканың төньяғындағы Монтеррей ҡалаһы казиноһына яһалған ҡораллы һөжүм ваҡытында 50- нән ашыу кеше һәләк булған. Вафат булыусылар һаны күбәйергә мөмкин, сөнки дауаханаларға эләккәндәрҙең байтағы ауыр хәлдә.

Шаһиттарҙың һүҙҙәре буйынса, дүрт йөк машинаһына тейәлеп, маскалар кейеп килгән ҡораллы енәйәтселәр казиноға ут төртә һәм янғындан ҡасырға маташҡандарҙы ата.

Һуңғы айҙарҙа хөкүмәттең наркомафия менән көрәш фонында Мексика ҡалаларын көс ҡулланыу, йәберләү тулҡыны баҫып алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий