пятница, 26 августа 2011 г.

Сүриәлә атаҡлы ғәрәп карикатурисы ҡаты туҡмалған.

Сүриә дәүләт телевидениеһы президент Башар Асадтың дин әһелдәрен ҡабул итеүен күрһәтте. Бергәләп киске аш ашағанда Асад армияның милләте һаҡлауҙағы мөһим роле хаҡында әйтеп үтте.

Ә БМО мәғлүмәттәре буйынса, Сүриәлә баш күтәреү осоронда режимға ҡаршы 2 меңдән ашыу кеше һәләк булған.

Кесаҙнала Сүриәнән БМО-ның Гуманитар мәсьәләләрҙе координациялау идаралығы делегаттары ҡайтҡан. Улар властар тарафынан ҡаршылыҡ акциялары баҫтырылған ҡалаларҙа булған.

“Президент Асад,-тип белдерҙе делегация башлығы Линн Паскоу,- граждандарға ҡарата көс ҡулланыу хаҡында өндәшмәй, әммә хәрбиҙәргә, полицияға һәм КПП-ға һөжүм хаҡында һөйләй. Хәүефһеҙлек көстәрендә тәртип урынлаштыра алмауы уның ғәйепләүҙәренә ҡарата ышаныс уята алмай. Һәм халыҡ- ара йәмәғәтселек быларға шикләнеп ҡарай.”

Билдәле булыуынса, маска кейгән кешеләр ғәрәп донъяһында танылыу алған сүриә карикатурисы Али Ферзатты бик ғаты туҡмағандар. Уның һуңғы карикатураларының береһендә Сүриә президенты автомобилдә ҡасып барған Каддафиҙан ултыртыуын һорай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий