пятница, 26 августа 2011 г.

Француздар пенсия реформаһы менән алышалар.

Францияның Лион ҡалаһында өсөнсө көн инде йәштәрҙең манифестациялары туҡтамай. Унда ҡатнашыусылар президент Николя Саркозиҙың пенсия реформаһына ҡаршы сығалар.

Шаршамбы көн демонстранттар менән полиция араһында ҡаты бәрелеш булды. Белькур майҙаны ысын мәғәнәһендә һуғыш майҙанына әйләнде. Манифестанттар араһына кереп алған хулигандар магазиндарҙы емерә, талай башланы. Тәртип һағында тороусыларға таштар, ауыр әйберҙәр яуырға тотондо.

Профсоюздар аэропорттарҙы ҡамап алырға саҡыра. Шаршамбы көн демонстранттар, полиция ҡапламын йырып, Париждың халыҡ- ара Руасси Шарль де Голль аэропортын ҡаманылар. Шул арҡала бер нисә рейс туҡтатылды. Демонстранттар солғанышында ҡалған Клермон-Ферран, Ницца һәм Нант аэропорттары ла өҙөклөк менән эшләй.

Хөкүмәт пенсия реформаһы проекты буйынса( ул пенсия йәшен 60- тан 62- гә ҡәҙәр күтәрмәксе) хәл иткес тауыш биреү буласаҡ Сенат бинаһы алдындағы майҙанда митингылар туҡтамай. Сенатта тауыш биреү кесаҙна көндөң кисенә тәғәйенләнгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий