пятница, 26 августа 2011 г.

Япония премьеры отставкаға китә.


Халыҡ араһында абруйын юғалтҡан Японияның премьер- министры Наото Кан отставкаға китеүе хаҡында белдерҙе. Граждандарҙың 15 проценты ғына уның яҡлы, ҡалғандары уны бик яй һәм тәүәккәл түгел, тип иҫәпләй. Наото Кан, парламент ҡайһы бер закон проекттарын ҡабул иткәс кенә ( улар иҫәбенә цунами эҙемтәләрен бөтөрөүгә өҫтәмә бюджет та бар), отставкаға китәсәген белдерҙе. Премьер вәғәҙәһен үтәне һәм политикала ҡаласағын да белдерҙе:

“Мин партия ағзаларының барыһына ла рәхмәтемде белдерәм һәм шуны әйткем килә: политик һәм гражданин булараҡ маҡсатым- ядро энергияһынан бойондороҡһоҙ булған йәмғиәт төҙөү.”

Наото Кан ҡаҡшаған япон премьеры креслоһында бер йыл да өс ай ултырҙы. Күптәр уны цунами эҙемтәләрен бөтөрә алмауҙа ғәйепләйҙәр, ядро кризисын булдырмаҫҡа мөмкин ине, тип иҫәпләйҙәр.

Дүшәмбе көн идара итеүсе демократик партияның яңы лидерын һәм, әлбиттә, Японияның премьер- министрын ( һуңғы 5 йыл эсендә ул 6- сыһы) һайлау буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий