четверг, 4 августа 2011 г.

БТР-ҙар “Мерседес”тан ҡурҡмай.


“Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға БТР менән тондорабыҙ”,-тип хәл итә Вильнюс мэры Артурас Зуокас һәм тондора ла. Ярамаған урынға машинаһын ҡуйыусыларға һабаҡ булһын өсөн, ҡала башлығы урамға бронетранспортер менән сыға.Ҡиммәтле машина хужаларының оятһыҙланыуы хаҡында белдерә Зуокас һәм “Мерседес,” “Феррари,” ”Роллс-Ройс”тар өсөн дә ҡаты ҡул барлығын күрһәтергә теләй.

Велосипед юлдарында, тротуарҙа, инвалидтарға тәғәйенләнгән урындарҙа машинаһын ҡалдырыусылар менән ысынлап көрәшергә уйлаймы икәнлеген Зуокас аңлатып тормай. Тапап кителгән “Мерседес”видеояҙма өсөн махсус рәүештә һатып алынды. Әммә күршеләре был башланғысты тулыһынса хупланы: Рига мэры ҙурыраҡ танк табырға вәғәҙә итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий