четверг, 4 августа 2011 г.

Эмили Гаитиға янай.



Гаити Эмили тип аталған штормды ҡаршыларға йыйына. Ул утрауға яҡынлаша һәм тиҙ арала уның ярҙарына килеп бәреләсәк.

Метеорологтар һыу баҫыу мөмкинлеге хаҡында әйтәләр, шуға ла властар халыҡты икенсе урынға күсерәләр. 2010 йылдың ғинуарындағы емергес ер тетрәүҙән һуң әле булһа тиҫтәләрсә мең кешеһе ваҡытлы лагерҙарҙа йәшәгән ил өсөн был ҙур яңы һынау.

Эмили тропик штормы Кариб диңгеҙенең көнсығышында барлыҡҡа килгән. Маямиҙың урагандарҙы тикшереүсе Милли үҙәк эксперттары фекеренсә, Эмили Пуэрто-Рикоға тейгәс, Гаити һәм Доминикан республикаһы буйлап үтәсәк, ә аҙаҡ Куба һәм Багам утрауҙарына юлланасаҡ. Шәмбенең икенсе яртыһында Эмили АҠШ территорияһына барып етәсәк һәм Флорида өҫтөндә шторм ҡойонға әйләнәсәк, тип көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий