четверг, 4 августа 2011 г.

Сомалиҙа аслыҡ: “ҡара исемлек”тә яңы провинциялар.


Берләшкән милләттәр ойошмаһы Сомалиҙың тағы өс районында аслыҡ булыуын хәбәр итте. Күптән түгел ҡоролоҡтан интеккән провинция халҡы баш ҡалаға килеп морон төртә ине. Хәҙер һыу һәм аҙыҡ- түлек Могадишоның үҙендә лә етмәй.

Халыҡ- ара ойошмалар саң ҡаға: гуманитар катастрофа шарттарында әлеге ярҙам етерлек түгел. Илдең көньяғында хәлдәр айырыуса ауыр.

Күрше илдәрҙән дә ҡыуаныслы хәбәрҙәр килмәй. Меңәрләгән Сомали ҡасаҡтары Эфиопия һәм Кенияның гуманитар лагерҙарына саҡ- саҡ барып йығыла. Уларҙың бөтәһен дә ҡотҡарып булмаясаҡ, тип ҡурҡа врачтар, сөнки күптәре бик хәлһеҙ була. Бигерәк тә балалар йонсой.

Сомали ҡасаҡтарын оҙайлы граждандар һуғышы ла арттыра. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, терроризм ҡурҡынысы янаған илдәр исемлегенең башында Сомали тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий