четверг, 4 августа 2011 г.

Хөсни Мөбәрәк бөтә ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаҡты һәм яңынан дауаханаға китте.


Египет революционерҙары бик күптән һөйләгән суд башланды. Ил менән 30 йыл идара иткән Хөсни Мөбәрәк трибунал алдына баҫты. Ныҡ ауырыуына ҡарамаҫтан, Мөбәрәкте Шарм-эш-Шәйех дауаханаһынан алып килделәр. Элекке президентты ҡулға алыу әлегә мөмкин түгел: ул ятҡан килеш бөтә ғәйепләүҙәрҙе тыңланы һәм ҡырҡа кире ҡаҡты.

Хөсни Мөбәрәкте йыл башында Таһрир манифестанттарын үлтереүҙә, властан артыҡ файҙаланыуҙа, киң масштабтағы коррупцияла ғәйепләйҙәр. Бөтәһен бергә иҫәпләгәндә уға үлем язаһы янай.

Баш ҡалала элекке президентҡа ҡаршы булғандар күберәк күренә:

“Мин бик шатмын, сөнки революция үҙенең төп маҡсатына иреште- коррупция һәм корруация символына әйләнгән Мөбәрәкте юҡ итте.”

Нисек кенә булмаһын, ул “ғәрәп яҙында”бәреп төшөрөлгән лидерҙарҙан беренсе булып суд алдына баҫты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий