пятница, 5 августа 2011 г.

Дональд Туск 13 хәрбиҙе отставкаға ебәрҙе.


Польша хөкүмәте президент Лев Качиньский һәләк булған Смоленск янындағы авиаһәләкәтте тикшереү һөҙөмтәләре буйынса һығымта эшләне. Үткән аҙнала Польшаның оборона министры Богдан Клих үҙенең портфеленән ҡолаҡ ҡаҡты.Был урында уны элекке МВД башлығы урынбаҫары Томаш Щемоняк алмаштырҙы.

Кесаҙнала Польшаның премьер- министры Дональд Туск хөкүмәттең артабанғы ҡарарын иғлан итте. Төп яңылыҡ шунда: юғары урын биләгән 13 офицер, улар араһында 3 генерал да бар, отставкаға ебәрелә.

“Минең уйымса, министр Щемоняк һәләкәтте тикшереү комиссияһының эшен дөрөҫ баһаланы,- тип белдерҙе премьер.- Оборона министрлығының гражданлыҡ командованиеһына килгәндә инде, ведомствоның министр урынбаҫарын отставкаға ебәреү тураһындағы тәҡдимгә лә ҡул ҡуйҙым.”

Премьер- министр һауа юлдарында юғары урында эшләгән кешеләрҙе йөрөтөүсе экипаждар әҙерләүсе транспорт авиацияһының махсус 36-сы полкын тарҡатырға ҡарар итеүен дә белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий