пятница, 5 августа 2011 г.

Теракт үткәреүҙә Андерс Брейвикка кем ярҙам иткән?


Норвегияла 77 кешене һәләк иткән Андерс Брейвик яңғыҙ эш итеүе хаҡында әйтә. Әммә экстремистан өсөнсө тапҡыр һорау алыу барышында уның адвокаты шулай тип белдерҙе: Брейвик йыш ҡына сит илдәргә йөрөгән һәм унда уға кәңәштәр биреүсе, шартлатҡыс ҡоролмаларҙы әҙерләү өсөн бөтә кәрәкле материалдарҙы табышыусы кешеләр менән осрашҡан.

Брейвик дөрөҫөн әйтеүе лә ихтимал, тип иҫәпләй полиция һәм уның мөмкин булған енәйәттәштәрен Норвегияла ла, сит илдәрҙә лә эҙләй.

22 июлдә Ослоның хөкүмәт бинаһы янында көслө шартлау яңғырай, 8 кеше һәләк була. Ә бер нисә сәғәттән полицейский формаһындағы ир Утейя утрауында йәштәр форумында ҡатнашыусыларға ата, 68 кеше һәләк була.

Енәйәт урынында Норвегия гражданы Андерс Брейвик тотола һәм үҙ ғәйебен таный. Уң радикал акцияһын бер нисә йыл әҙерләгән була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий