пятница, 5 августа 2011 г.

Марста ташҡын һыу эҙҙәре табылған.


Марста ташҡын һыу эҙҙәре табылған. Спутниктан алынған һүрәттәргә таянып, НАСА хеҙмәткәрҙәре был хаҡта кесаҙна көн хәбәр итте. Ғалимдарҙың фаразлауынса, Ҡыҙыл планета өҫтөндәге ҡара һыҙаттар тоҙло йырғанаҡтар эҙе. Тикшеренеүселәр уларҙың барлыҡҡа килеүен һәм үҙенсәлектәрен артабанғы күҙәтеүҙәр һәм эксперименттар ярҙамында билдәләргә өмөтләнәләр.

“Марста боҙ күп булыуын беләбеҙ, әммә беҙ беренсе тапҡыр һыу булыу мөмкинлегенә ышандыҡ. Һыу тоҙло булған хәлдә лә, ул шыйыҡлыҡ рәүешендә, ә был иң мөһиме. Марста боҙ булһа ла, теләһә ниндәй организм өсөн шыйыҡлыҡ кәрәк”,- ти геофизик Фил Кристенсен.

Әлегә күҙәтеүҙәр шуны билдәләргә ярҙам итте: Марстың көньяҡ ярымшарының урта киңлегендә урынлашҡан ҡара һыҙаттар яҙғы- йәйге осорҙа ҙурая һәм улар тау биттәрендәге башҡа объекттарға оҡшамаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий