суббота, 27 августа 2011 г.

Әбү- Сәлим- Ливия һуғышының йөҙө.

Уҙған һуғыштар Ливия баш ҡалаһындағы Әбү- Сәлим кварталының йөҙөн танымаҫлыҡ итеп үҙгәрткән. Урам буйында үле кәүҙәләр ята, күп биналар емерелгән. Баш күтәреүселәр ҡарышлап тигәндәй алға баралар. Уларға ҡаршы тороусы каддафистар, араларында ялланма һалдаттар ҙа бар, яйлап ҡына позицияларын ҡалдыра. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Мостафа Баг хәбәр итә:

-Беҙ Муаммар Каддафи яҡлылар нығынып алған Әбү- Сәлим районындабыҙ. Төнө буйы барған һуғышта бик күп африка ялланма һалдаттары һәләк булған. Һуғыш яланын ташлап ҡасҡан һалдаттарҙың ҡоралдары һәм әйберҙәре ятып ҡалған. Ҡаса алмағандары ошонда башын һалған.

Әбү- Сәлим дауаханаһында ҡара тәнле яралылар күп. Уларҙың ҡайһыһы Каддафи армияһынан икәнлекте айырып та булмай. Беҙҙең хәбәрсебеҙ уларҙың береһе менән һөйләшә:
- Һеҙ ҡайҙан?
- Мин Чадтан.
- Нисек иҫән ҡалдығыҙ? Бында бит шул ҡәҙәр үлектәр күп...
- Алла ярҙамы менән. Табиптарға рәхмәт инде, Алла һаҡлаһын уларҙы. Алла ярҙамы менән бөтәһе лә үтер.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Каддафи яҡлыларға ярҙам иң һуңынан күрһәтелә.

Ҡыҙыл Тәре вәкиле былай тип һөйләне:

-Әбү- Сәлим врачтары яралыларҙы Триполиҙың үҙәк дауаханаһына ебәреүҙе ойошторҙо. Ҡыҙыл Тәренең Халыҡ- ара комитеты уларға был эштә ярҙам итә.
-Ауырыуҙар араһында Каддафи яҡлылар юҡмы?
- Был турала миндә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ!

Триполиҙың бөтә дауаханалары һәм медицина үҙәктәре туп- тулы. Баш күтәреүселәр һәм каддафистар бер- береһен хәрби енәйәттәр эшләүҙә ғәйепләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий