понедельник, 29 августа 2011 г.

Нью- Йорк өрәк- ҡалаға әйләнде.

Ҡойондоң килтереп бәреүен көткән Нью- Йорк өрәк- ҡалаға әйләнде. Штаттың губернаторы халыҡты тәбиғәт менән шаярмаҫҡа, хәүефһеҙлек хаҡында онотмаҫҡа саҡырҙы, сөнки ҡаланың уйһыулыҡта ятҡан күп райондарын һыу баҫыуы бар икән.

“Нью-Йорк тарихында беренсе тапҡыр йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәре лә эшен туҡтатты,”- тип хәбәр итә euronews хәбәрсеһе Анна Брезанин.

400 мең самаһы кеше эвакуацияланған. Эвакуациянан баш тартҡан өсөн 500 доллар штраф түләргә һәм хатта 90 көн төрмәлә ултырырға тура киләсәк. Ҡойон эҙемтәләрен бөтөрөүгә 2 мең самаһы хәрби әҙер генә тора. Ҡалала бөтә культура һәм спорт саралары кисектерелгән, банкылар ябылған, магазиндар, аэропорттар эшләмәй.

“Метро һәм автобустар эшләмәй, бөтә нәмә ябыҡ. Ғүмерем буйы ошонда йәшәнем, әммә бындай хәлде тәүләй күрәм,-’’ти оло ғына бер ир.

Һис ҡасан йоҡо күрмәгән ҡаланың урамдары буп- буш. Морон төртөр урыны булмағандар өсөн 90 төйәк әҙерләнгән, тик әлегә унда 1400 кеше генә мөрәжәғәт иткән. Ҡайһы бер нью-йорклылар йорттарын ташлап китергә уйламай, хатта “быуат ҡойонон”төрлө клубтарҙың кисәләрендә ҡаршы алырға йыйыналар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий