понедельник, 29 августа 2011 г.

Каддафи һуғыш кәрәк- яраҡтарын йорттарҙа һаҡлаған.


Триполиҙа Каддафиҙың элиталы ғәскәренең һуғыш кәрәк- яраҡтары табылған. Хамистың билдәле 32- се бригадаһы динамит, мина, ракета снарядтары менән ҡоралланған булған һәм улар шәхси йорттарҙың береһендә һаҡланған. Баш күтәреүселәрҙең һүҙҙәре буйынса, бындай хәл беренсеһе генә түгел һәм улар ҡыҙып- ҡыҙып табыштары хаҡында һөйләйҙәр:

“ Бындай йорттар Ливияла күп. Уларҙы тыныс граждандандарҙың йорто тип нисек әйтмәк кәрәк?! Әйтеп булмай. Был йорт үлтереүсенеке. Ошо нәмәләрҙе ҡулланып улар халыҡты ҡырҙы! Ошо снарядтар ярҙамында беҙҙең балаларыбыҙҙы, ҡатындарыбыҙҙы һәләк итте.! Күрәһегеҙме быларҙы? Ошолар менән үлтерҙе улар беҙҙе! ”

“Каддафи режимы НАТО самолеттары бомбаға тотмаһын өсөн һуғыш кәрәк- яраҡтарын Триполиҙың шәхси йорттарында һаҡлаған. Бында улар тыныс ҡына һаҡланған.”


Триполиҙа быға оҡшаш һуғыш кәрәк- яраҡтары складтары күпме икәнен ҡалалағы Каддафи яҡлылар ғына әйтә алыр ине. Ул складтарға кем беренсе булып барып етәсәк? Был һорау әлегә яуапһыҙ ҡала. Баш күтәреүселәр ҡаланы тентеүҙе дауам итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий