понедельник, 29 августа 2011 г.

Төрөк курортындағы шартлау: бомба пляжда шартлаған.

Төркиәнең Кемер ҡалаһы Viking Hotels ҡунаҡханаһы пляжында шартлау һөҙөмтәһендә 9 кеше тән йәрәхәттәре алған. Улар дауаханаға оҙатылған, әммә хәбәр итеүҙәренсә, барыһы ла еңелсә яраланған, шуға күрә кисенә үк хәстәхананан сығарыласаҡ.

Кемер- рәсәй туристарының яратҡан ял итеү урыны. Ул Төркиәнең Анталья провинцияһында Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан.

Врачтарҙың хәбәр итеүенсә, туристар бомба күмеп ҡуйылған ҡырсынташтың төрлө яҡҡа осоуынан зыян күргән.

Шунда булыусылар бына тимә тип һөйләй:

“Шартлау мин һыуҙан сығып килгәндә булды. Бөтәһе лә шаңҡып ҡалды. 10 секунд тирәһе һис бер тауыш, хәрәкәт булманы. Ифрат ҙур тетрәнеү ине был.”

Кемерҙағы шартлау йәкшәмбе көн көндөҙ булды. Пляжға кем шартлатҡыс ҡуйғаны әлегә билдәһеҙ. Элегерәк Курд эшселәр партияһы сепаратистары бындай һөжүмде байтаҡ ойошторған.

Урындағы полиция тикшереүҙәр башланы. Бер версия буйынса, пляжда көслө тауыш сығарыусы граната шартлаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий