вторник, 30 августа 2011 г.

Оппозицияның Мәскәүҙәге акцияһы.


Мәскәүҙә демонстранттарҙың ҙур булмаған төркөмө Үҙәк һайлау комитеты бинаһы алдында ҡаршылыҡ акцияһы үткәрҙе. “Һул фронт”тың манифестанттары киләһе һайлауҙарға бойкот иғлан итергә саҡырҙы. Уларҙың уйынса, был һайлауҙар ғәҙел булмаясаҡ. Тәртип боҙоуҙа ғәйепләнеп, бер нисә кеше ҡулға алынды.

Дүшәмбелә Рәсәй президенты Дмитрий Медведев 4 декабрҙә Дәүләт думаһына һайлауҙар үткәреү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ҡултамғаны дәүләт башлығы теркәлеү үткән 7 партия лидеры менән осрашыу ваҡытында ҡуйҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий