вторник, 30 августа 2011 г.
Италия: байҙар өсөн налог булмаясҡ.
Италия байҙар өсөн налог индермәйәсәк. Был хаҡта дүшәмбе көн Сильвио Берлускони белдерҙе. Ҡарар Италия премьер- министрының Төньяҡ Лига партияһы председателе Умберто Босси менән 7 сәғәт дауам иткән осрашыуынан һуң ҡабул ителде.
12 августа хөкүмәт тәҡдим иткән план буйынса 90 000 евронан ашыу доход өсөн 5% налог түләнергә тейеш, ә 150 000 евро алыусылар ҡаҙнаға эш хаҡтарының 10 процентын түләргә бурыслы. Байлыҡҡа налог индереү урынына Берлускони налог түләүҙән ҡасыусылар менән көрәште көсәйтергә тәҡдим итте.
“Экономиканы ҡотҡарыу өсөн итальяндарҙың кеҫәһенә инергә тура килеүен уйлаһам, йөрәгем әрней,-” тип белдерҙе ике аҙна элек премьер- министр. “Форбс” журналының рейтингы буйынса, Сильвио Берлускони илдең иң бай кешеләре исемлегенең өсөнсө юлын биләй.
Ҡаты саралар пакеты үҙ көсөнә инһен өсөн, сентябрҙә ул Италия парламенты тарафынан раҫланырға тейеш.
Италия ҡалаларының мэрҙары экономиканы был рәүешле ҡотҡарыуға ҡаршы сыҡтылар. Бюджетты ҡырҡыу тәүге нәүбәттә Италия муниципалитеттарына ҡағыласаҡ, улар 9 миллиард евро алып еткермәйәсәк.
Дүшәмбе көн Миланда Италия ҡалаларының мэрҙары ҡаты саралар пакетын ҡабул итеүгә ҡаршы демонстрацияға сыҡтылар.
Подписаться на:
Комментарии к сообщению (Atom)
Комментариев нет:
Отправить комментарий