вторник, 30 августа 2011 г.

Йәмән президенты ғәҙел һайлауҙарға әҙер.


Йәмән президенты Али Абдалла Салих илдә “ғәҙел һәм асыҡ”президент һайлауҙары үткәрергә әҙер булыуын белдерһә лә, Сана урамдарында ҡаршылыҡ акциялары туҡтамай. Һуңғы айҙарҙа оппозицияла берҙәмлек артты һәм ул эре ҡалаларҙа тиҫтәләгән мең кешене даими рәүештә манифестацияларға алып сыҡты. Унда ҡатнашыусылар 1978 йылдан бирле ил менән идара иткән Салихтың кисекмәҫтән отставкаға китеүен талап итәләр.

“Беҙ барыбер майҙанда ҡаласаҡбыҙ һәм беҙ Ураҙа ғәйетенең икеләтә байрамға әйләнеүен теләйбеҙ,-ти ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың береһе.- Ошо режимды ҡолатыр өсөн сыҡтыҡ һәм еңгәнгә ҡәҙәр бында ҡаласаҡбыҙ”.

Әлеге ваҡытта президент һөжүм һөҙөмтәһендә алған ауыр йәрәхәттәрҙән Сәғүд Ғәрәбстанында дауалана. Июнь башында уның сит илгә китеүе илдәге сыуалыштарҙы бер аҙ кәметә төштө. Президент һуңғы белдереүен рамаҙан айы тамамланыу менән бәйләне. Вәғәҙә ителгән һайлауҙарҙың ҡасан башланыуы аныҡ ҡына билдәләнмәгән.

Һуңғы ярты йылда, политик тотороҡһоҙлоҡтан файҙаланып, Йәмәндең көньяғындағы фанатик дини төркөмдәр активлаша башланы. Улар илдең өс ҡалаһын үҙ контроле аҫтына алыуға өлгәшкән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий