Президент парламент һайлауҙары датаһын билдәләгән көндө Рәсәй премьеры Новороссийскийҙағы халыҡ- ара байк- шоуҙа булды. Владимир Путин байк- шоуға модификацияланған “Харлей Дэвидсон” трайкында килде.
Шоуҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп ул былай тине:
“...Уҙған йылдарҙың героикаһын һәм ҡаһармандарын онотмауығыҙ ифрат яҡшы. Тап бына ошо тарихи хәтер төрлө халыҡтарҙы, төрлө милләттәрҙе һәм төрлө дингә ҡараған кешеләрҙе айырылмаҫ рәсәй милләте итеүсе, берҙәм, бүленмәҫ бөйөк Рәсәйҙе тыуҙырыусы һәм нығытыусы шәп цемент булып тора.”
Дәүләт думаһына һайлауҙар 4 декарҙә буласаҡ, ә бер нисә айҙан һуң Рәсәйҙә президент һайлауҙары үтәсәк. Әммә әлегә ҡәҙәр Путин да, Медведев та официаль рәүештә унда ҡатнашырға йыйыныүҙары хаҡында белдермәне. Араларынан ҡайһыһының кандидатураһы күрһәтеләсәге хаҡында килешеү ҡыйын булмаясаҡ тип улар бығаса әйтә килделәр.
Ошонан алда ғына кис Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы бинаһы алдында бер нисә тиҫтә кеше пикет ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар “граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын боҙоуға” ҡаршы сыҡтылар һәм һайлауҙарҙа ҡатнашмаҫҡа саҡырҙылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий