суббота, 6 августа 2011 г.

Сомали: Аҙыҡ- түлек өсөн атыш.


Сомали баш ҡалаһы Могадишоның ҡасаҡтар лагерындағы бәрелештә 10 кеше һәләк булған, 15 кеше тән йәрәхәттәре алған. Шунда булыусылар һөйләүенсә, йома көн лагерға аҙыҡ килтергән йөк машинаһына ҡораллы кешеләр һөжүм иткән. Улар менән гумниитар ярҙам машинаһын һаҡлаусылар араһында атыш башланған.

Африка мөгөҙө илдәрендәге халыҡтың барыһы ла тиерлек ҡоролоҡ һәм аслыҡтан яфалана. Кения, Эфиопия, Джибути, Судан һәм Угандала тиҫтәләгән мең халыҡ һәләк булған. Сомалиҙа хәлдәр уғата ауыр. Ҡасаҡтар провинцияларҙан сит илдәрҙең гуманитар ярҙам лагерҙарына, айырыуса Эфиопия һәм Кенияға йәки илдең баш ҡалаһы Могадишоға барып етергә тырышалар. Һуңғы ике айҙа һыу һәм аҙыҡ- түлек эҙләп Могадишоға 100 мең кеше килгән. Күптәре оҙон юл үткән. Ҡасаҡтар йорттары менән нимә булаһын да, ҡасан ҡайта аласаҡтарын да белмәйҙәр.

Эксперттар иҫәбе буйынса, аслыҡ Африканың 12 млн. кешеһенә янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий