Американың хеҙмәт баҙары үҙен көтөлмәгәнсә яҡшы тоя. Июлдә донъяның иң эре экономикаһында 85 мең урынына 117 мең яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Цифрҙар июнь менән сағыштырғанда өс тапҡыр артҡан- 56 мең. Йыл эсендә эшһеҙлек 9,2% урынына 9,1% булып киткән.
Шулай ҙа АҠШ президенты Барак Обама йомшармаҫҡа саҡыра.”Компанияларыбыҙ ышаныслы эшләһен, инвестициялар яһай һәм персонал яллай алһын өсөн, аҡса кәрәк, шуға күрә беҙ тырышыбыраҡ хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Экономика үҫешен тәьмин итеү һәм финанс системаһын артабан да нығытыу өсөн, бергәләп эшләргә кәрәк”.
Комментариев нет:
Отправить комментарий