Афғанстандың көнсығышында “Талибан ”хәрәкәте һуғышсылары НАТО вертолетын бәреп төшөргән. Был хаҡта улар халыҡ- ара агенстволарға белдереү яһаған.
“Чинук”транспорт вертолеты бортында Американың 31 спецназсыһы һәм 7 хәрби афғанлы булған. Улар барыһы ла һәләк булған.
НАТО ғәскәрҙәренең Афғанстанда 10 йыл булыу дәүерендә был иң етди юғалтыу. НАТО- ның Брюсселдәге штаб- квартиаһында юғалтыуҙы раҫлауҙан һәм аңлатма биреүҙән баш тарттылар.
АҠШ президенты Барак Обама был хәлде Афғанстандағы Халыҡ- ара хәүефһеҙлек көстәре составындағы Америка хәрбиҙәренең “тиңдәше булмаған ҡорбаны” тип атаны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий