Шәмбе көн Аргентина полицияһы ике француз турисын үлтереүҙә шик аҫтына алынған 6 кешене тотҡан. Шулай итеп, ҡулға алынған кешеләрҙең һаны 7 булып киткән. Улар араһында бер полицейский, уның ҡатыны һәм кейәүе лә бар. Ҡулға алыныусыларҙа француз ҡатындары атып үлтерелгән ҡорал, шулай уҡ туристарҙың фотоаппраты һәм кәрәҙле телефондары табылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий