понедельник, 8 августа 2011 г.

Триполиҙа тормош ауырлаша.


Ливия конфликты оҙағыраҡ һуҙылған һайын, Йәмәхириәнең баш ҡалаһында тормош көндән- көн ауырлаша.

Рамаҙан айы башланыу менән бензин, элемтә юҡлығына электр энергияһын һәм һыуҙы туҡтатыу йышайҙы. Рамаҙан айы алдынан тупланған аҙыҡ- түлек боҙола, автоматтан аҡса алыу, аш- һыу әҙерләү өсөн газ баллондары табыу ҡыйынлаша. Аҙыҡ- түлеккә хаҡтар артыуҙан туҡтамай.

Триполи урамдарының санитар хәле лә насарая бара. Сүп- сарҙы йыйыштырыусылар юҡ: ҡораллы бәрелештәр башланыу менән сит ил эшселәре Ливиянан китә һалды.

Муамар Ҡаддафи режимы баш күтәреүселәрҙе һәм НАТО- ны махсус рәүештә бензин һәм электр энергияһы дефициты тыуҙырыуҙа ғәйепләй.

Был хаҡта, Триполи фекеренсә, уҙған аҙнала НАТО ярҙамында Күсмә милли совет көстәренең бортында 37 мең тонна нефть продукттары булған Йәмәхириә дәүләтенең “Картахена”танкерын ҡулға төшөрөү дәлилләп тора. Судно Бенгази портына ҡуйылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий