понедельник, 8 августа 2011 г.

Сүриә Төркиәгә “ҡәтғи яуап”әҙерләй.


Тағы бер ҡанлы йәкшәмбе. Бөгөн, Сүриә хоҡуҡ һаҡлаусылары хәбәр итеүенсә, 57 кеше һәләк булған. Танкылар таңда тағы бер ҡалаға- Дейр-эз-Зорға ингән. Электр энергияһы өҙөлгән. Телефон элемтәһе юҡ. Баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләп, һалдаттар өйҙән- өйгә тентеү яһағандар.

Төркиә тауышын күтәрә башланы. “Беҙҙең түҙемлек ахырына етте. Кәрәкле һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн, мин шишәмбе көн сит ил эштәре министрын Сүриәгә ебәрәм,-”тине йәкшәмбелә Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Таип Эрдоган.

Официаль Дәмәшк киҫәтеп ҡуйҙы: әгәр Анкара киҫкен мөрәжәғәт әҙерләй икән, Сүриә “ҡәтғи яуап”бирәсәк. Беҙ террористар менән көрәш алып барабыҙ, тип ныҡыша Асад режимы. Дәүләт телевидениеһы конфискацияланған һуғыш кәрәк- яраҡтарын күрһәтә. Әммә Ғәрәп Дәүләттәре Лигаһы Сүриәне үҙ граждандарына ҡаршы ҡорал ҡулланыуҙы кисекмәҫтән туҡтатырға саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий