понедельник, 8 августа 2011 г.

АҠШ рейтингы түбәнәйгән. Кем ғәйепле?


Йәкшәмбе көн, Standard & Poor’s халыҡ- ара рейтинг агенствоһы АҠШ- тың кредит рейтингын түбәнәйткәндән һуң, Американың ике партияһының да политиктары бер- береһенә ғәйеп ташлай башлаған. Агенство эксперттары был күренештең сәбәбен һуңғы айҙарҙа ҡыҙып киткән политик алыштарҙа күрәләр, улар барыһы ла ил менән идара итеү һәм дәүләт ҡарарҙарын ҡабул итеүҙең тотороҡлолоғон, эффектлылығын кәметкән, тип иҫәпләйҙәр.

Аҡ йорт дәүләт бурысы кимәле хаҡында политиктарҙың оҙаҡ бәхәс ҡороуын таныны. Шул уҡ ваҡытта финанс министры Тимоти Гейтнер АҠШ президенты Барак Обамаға үҙ урынында ҡалырға теләүен белдерҙе.

Үҙ яғынан АҠШ- тың Сауҙа палатаһы Standard & Poor’s ҡарары менән риза түгеллеген иғлан итте, властарҙы илдәге финанс проблемалары өҫтөндә активыраҡ һәм конструктивыраҡ эшләргә саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий