понедельник, 8 августа 2011 г.

Далай- ламаның вариҫы- юрист.


“Һөргөндәге Тибет хөкүмәте”н етәкләгән далай- лама XIV урынына Гарвард хоҡуҡ мәктәбенең өлкән ғилми хеҙмәткәре 43 йәшлек юрист Лобсанг Сангей ултырҙы.

Яңы премьер ант иткән инаугурация тантанаһы Һиндостандың төньяғында урынлашҡан Дхарамсала ҡалаһындағы үҙәк ғибәҙәтханала үтте. Сангей, далай- лама политик властан баш тартырға ҡарар иткәс тә ( әйтергә кәрәк, ул барыбер тибетлыларҙың рухи лидеры булып ҡала), 20 мартта уҡ Тибеттың премьер- министры дәрәжәһенә һайлауҙарҙа еңеп сыға. Сангей Ҡытай властары менән диалогҡа һәм фекер алышыуға өмөтләнеүе хаҡында белдерҙе.

Һөргөндәге Тибет хөкүмәте 1959 йылда Ҡытай аннексияһы нәтижәһендә Тибеттән далай- лама ҡасырға мәжбүр булғас төҙөлә. Хөкүмәттең төп бурысы булып Тибет ҡасаҡтарына ярҙам итеү һәм Тибет автономияһы өсөн көрәш тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий