вторник, 9 августа 2011 г.

Сүриәгә баҫым көсәйә.


Халыҡ- ара баҫым Сүриә властарын үҙ халҡына ҡаршы хәрби операциялар үткәреүҙән тыя алманы. Хамалағы ваҡиғалар онотолоп та өлгөрмәне, Дәйр-эз-Зор ҡалаһынан яңы ҡорбандар хаҡында хәбәрҙәр килеп етте. Унда, киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, бер нисә кеше һәләк булған, тиҫтәләгәне тән йәрәхәттәре алған.

Билдәле булыуынса, дүшәмбе көн 3 ғәрәп дәүләте- Сәғүд Ғәрәбстаны, Бахрейн һәм Кувейт- Сүриәлә килеп тыуған хәлдәр хаҡында һөйләшеү өсөн үҙ илселәрен Дамаскынан саҡыртып алдылар.

Брюсселдән Евроберләшмәнең Сүриәгә ҡаршы яңы санкциялар блогы сентябрь башында ҡабул ителәсәге хаҡында хәбәр итәләр. Ә хәҙергә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, углеводород сеймалы менән сауҙа итеү буйынса Сүриәне сикләү мөмкинлеге өйрәнелә. Ғәрәп дәүләттәре лигаһы, ООН һәм Көнбайыш илдәренә ҡушылып, Дамаскыны кисекмәҫтән көс ҡулланыуҙы туҡтатырға саҡырҙы. Үҙ сиратында, Евроберләшмәнең махсус вәкиле Бернардино Леон Ҡаһирәләге пресс- конференцияла:”Режимдың мөмкин булған сиктәрҙән сығыуын беҙ бик яҡшы итеп аңлаттыҡ. Халыҡ- ара берләшмә быны ҡабул итә алмай. Режим үҙ халҡына ҡаршы көс ҡуллана,-”тип белдерҙе.

Сүрия хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары мәғлүмәттәре буйынса, илдә хөкүмәткә ҡаршы күмәк солғаныштарҙа ике меңдән ашыу кеше һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий