вторник, 9 августа 2011 г.

Рәсәй, АҠШ һәм Евроберләшмә Юлия Тимошенконы иреккә сығарырға саҡыра.


Киевтың Печера районы суды, адвокатының үтенесен кире ҡағып, Юлия Тимошенконы һаҡ аҫтында ҡалдырҙы. Украинаның элекке хөкүмәт башлығын иреккә сығарыуҙы оппозиция партиялары һәм уның яҡлылар ғына түгел, Рәсәй, АҠШ, Евроберләшмә лә саҡыра, улар суд ҡарарына һәм төп ғәйепләнеүсенең ҡулға алыныуына ҡырҡа ҡаршы.

“Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, газ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк килеп сыҡҡас, бик күп Европа илдәре зыян күрҙе. Евроберләшмә ул саҡта, 2009 йылдың ғинуарында, газ кризисы тамамланыуын ҡыуанып ҡабул иткәйне. Бына ни өсөн был суд барышы беҙҙең өсөн, Евроберләшмәһе өсөн бик мөһим,-”тине Киевта Евроберләшмә илсеһе.

Бынан тыш суд ултырыш барған бина янында ҡаршылыҡ акциялары үткәреүҙе лә тыйҙы. Был саҡта унда бер нисә йөҙ кеше йыйылғайны

Юлия Тимошенконы йома көн “газ эшен”ҡарау барышында судты хөрмәт итмәгәне өсөн ҡулға алалар. Элекке премьерҙы бюджет аҡсаһын дөрөҫ ҡулланмауҙа һәм дәүләткә зыян килтереүҙә ғәйепләйҙәр. Һүҙ 2009 йылда Юғары раданың хуплауынан тыш Тимошенконың Рәсәй менән төҙөгән газ килешеүе хаҡында бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий