вторник, 9 августа 2011 г.

“Муйфа” көсһөҙләнә, әммә сигенмәй.


Шторм тулҡындары Ҡытайҙың Далянь ҡалаһындағы химия заводына янай. Хәрбиҙәр предприятиены һаҡлаусы дамбаны нығыталар. Урындағы халыҡ эвакуацияланған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, диңгеҙ буйындағы райондарҙан 900 мең кеше күсерелгән.

“Муйфа” тайфуны көсһөҙләнгән һәм тропик шторм классификацияһына индерелгән, әммә әле булһа етди ҡурҡыныс тыуҙыра. Ярға етмәҫ борон уҡ ул яр буйы райондарында ҡойма ямғырҙарға һәм һыу баҫыуҙарға килтергән.

Илдең иң эре, ә донъяла ҙурлығы буйынса унынсы урында торған Шанхай ҡалаһы ла зыян күргән. Аэропорттарҙа йөҙҙәрсә рейстар кисектерелгән, балыҡ тотоу караптары кире порттарға ҡайтарылған. Ҡорбандар һәм етди емерелеүҙәр хаҡында мәғлүмәттәр юҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий