Немец авиадеспетчерҙары шишәмбегә тәғәйенләнгән эш ташлауҙы туҡтатты. Был профзоюздың эш биреүсе-Германия осоштар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хеҙмәте (ДФС)- менән һөйләшеүҙәр алып барыу хаҡында килешеүе арҡаһында мөмкин булды.
Эш ташларға йыйыныусылар ДФС- тан авиадеспетчерҙарҙың хеҙмәт хаҡын 6,5 процентҡа күтәреүҙе, эш сәғәтенән тыш башҡарылған хеҙмәт кимәлен кәметеүҙе талап иттеләр.
Ҡаршылыҡ акцияһы иртәнге 6 сәғәттә башланып китергә тейеш ине. Төрлө баһалар буйынса, ул үткәрелгән хәлдә 2 мең самаһы халыҡ- ара һәм урындағы авиарейс пассажирҙары зыян күрер ине.
Комментариев нет:
Отправить комментарий